Конспект урока по башкирскому языку 3 класс

Обновлено: 30.06.2024

Маҡсат 1.Белем биреү: тема буйынса белемдәрен арттырыу, һүҙ байлығын байытыу, беҙҙең яҡтың ҡоштары тураһында күрә белеү, таныу.

2.Үҫтереүсе: һөйләү телмәрен үҫтереү, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.

3.Тәрбиәүи: ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, ярҙам итеү.

Бурыстар: башҡорт теленә ихтирам , дәрескә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Предмет –ара бәйләнеш : Тәбиғәтте өйрәнеү.

Йыһазландырыу: компьютер, презентация, карточкалар, ҡош һүрәттәре

Предмет УУЭ һөҙөмтәһе :яңы һүҙҙәрҙе бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет –ара ) УУЭ :

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләү, булған белемде барлау, баһалау.

б) танып –белеү :текстан кәрәкле мәғлүмәтте табыу, эҙләү.

в) коммуникатив :темаға ҡарата бәйләнешле телмәр үҫтереү, диалог ҡороу, төркөмдә хеҙмәттәшлек.

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре : үҙаллылыҡ сифаттарын үҫтереү, ҡоштарҙы һаҡлау, ярҙам итеү.

-Һаумыһығыҙ , уҡыусылар. Кәйефтәрегеҙ нисек?

-Ҡояшлы иртә кеүек

Башҡорт телен, дәүләт телен

Уҡырға тип килдек беҙ.

II.Артикуляцион күнегеү. Әйҙәгеҙ, башҡортса дөрөҫ әйтер өсөн ,телде шымартып алайыҡ.

Ҡыйғаҡ – ҡыйғаҡ ,ҡысҡыра

туҡ- туҡ, туҡылдай

III. Дәрестең темаһын асыҡлау, маҡсатын билдәләү.

Уҡыусылар, дәрес темаһын белер өсөн мин йомаҡ әйтәм.

Яҙын йырлап киләләр, Беҙҙе моңға күмәләр.

Көҙөн тағы күмәкләшеп, Йылы яҡҡа китәләр.

Ә ҡыштарын ҡышлайҙар. Йә, әйтегеҙ , нимәләр?

Ҡоштар. Тимәк , дәрестең темаһы “ Ҡоштар донъяһы.”

Дәфтәргә датаны ,теманы яҙабыҙ.

Дәрескә бер ҡош осоп килгән , ҡанатында һорауҙар

Ә ҡоштар тураһында нимәләр белергә кәрәк?

Әйҙәгеҙ ҡоштар һүҙе менән һорауҙар төҙөйөк.

Ниндәй ҡоштар бар?

Ҡоштар ни эшләй?

Ҡоштар ҡайҙа ҡышлай?

Башҡортостанда күпме (нисә ) ҡош ҡышлай?

Ҡоштарға нисек ярҙам итергә кәрәк?

Ошо һорауҙар ярҙамында ҡоштар менән танышырбыҙ.

Турғай, ҡарабаш турғай, һайыҫҡан,тумыртҡа, ҡарға, сел, һуйыр, ҡор, күгәрсен,сәүкә.

IV Булған белемдәрҙе актуалләштереү

Ә ниндәй ҡоштарҙы беләһегеҙ?

V. Яңы мәғлүмәт биреү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

Хор менән уҡыйбыҙ һәм иҫтә ҡалдырабыҙ.

Ҡышларға ҡалған ҡоштар нисек атала?(ҡышлаусы)

Дәфтәргә яҙып ҡуяйыҡ ҡош исемдәрен. Таҡтаға кем сыға?

Турғай, ҡарабаш турғай, һайыҫҡан,тумыртҡа, ҡарға, сел, һуйыр, ҡор, күгәрсен,сәүкә.

Телмәр үҫтереү. Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү.

Киләһе һорау; Ни эшләй? (һайрай, оса, ҡышлай)

Ҡоштар ҡышты нисек үткәрә? Был һорауға яуап Ҡоштар донъяһы текстында. Диктор артынан уҡыйбыҙ.

Төркөмдәрҙә эш. 4 төркөмгә бүлендек.. Һәр төркөм бер абзацты тәржемә итә..

Тәржемә . Зима . Вокруг белые снежные сугробы. В лесу тишина.Деревья стоят как в сказке.

В январе бывает очень холодно.Морозы достигают до 40 градусов.

Много знойных морозов. Ветер свистит, воет , бушует и резко стихает.

Опытный натуралист находит на снегу следы птиц. Вот разбросаны колючки лопухов.Значит, здесь синицы искали корм.

Рябчик, глухарь, тетерева пережидают в снегу трескучих морозов.Только сорока , голубь,галка, воробьи не бояться морозов.Они прилетают ближе к людям. Потому что здесь легко найти пищу. Полярная сова живет на Севере,зимой прилетает к нам.

В Башкортостане свыше 70 птиц зимуют. Как вы зимой помогаете птицам?

Төркөмдәргә карточкаларҙа һорауҙарға яуап бирергә .

Уҡыусылар, текста ниндәй миҙгел? Ниндәй ҡыш айы һыуыҡ? Ҡар эсендә ниндәй ҡоштар ята? Кешеләргә яҡын ниндәй ҡоштар ҡышлай?

Башҡортостанда нисә ҡош ҡышлай?

Ҡышлаусы ҡоштарға ҡыш көнө һыуыҡ, аҙыҡ юҡ. Шуның өсөн ҡоштарға нимә эшләргә кәрәк? (тағараҡ)

Дәрестә ниндәй ҡош исемен белдең? Улар ниндәй ҡоштар?Ҡышты нисек үткәрә?

Ҡоштар –ҡанатлы дуҫтар.Уларҙы һаҡла.

Өйгә эште аңлатыу

Баһалау.Был бәхет ҡошо һеҙгә тик яҡшы билдәләр генә тарата.

Уҡыусылар, бына ҡарағыҙ әле,Әлшәй районы гербында ла ҡош бар. Ул ыласын. Ыласын кеүек бейек осоғоҙ, тыуған яҡты яратығыҙ!

  • Для учеников 1-11 классов и дошкольников
  • Бесплатные сертификаты учителям и участникам

Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы муниципаль район

Ҡоръятмаҫ урта дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының

урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Башҡорт теле дәресе, III класс

Башҡарыусыһы Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы муниципаль район Ҡоръятмаҫ урта дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы

Әхмәтйәнова Гөлсинә Минзаһит ҡыҙы

Йыһазландырыу: дәреслек, карточкалар, уйындар өсөн плакаттар, Башҡортостан Беспубликаһына арналған һүрәттәр, карта.

Дәрес барышы.

I .Психологик инеш.

Мин – Башҡортостандан

Һораһалар ситтә, һин ҡайҙан, тип,

Ғорур ғына ҡарап торам да,

Ирәйеп тә, берсә кинәнеп тә,

Башҡортостандан – Уралтауҙан , тим!

- Балалар, беҙ ниндәй милләттән? Беҙ йәшәгән республика нисек атала?

- Беҙ башҡорт милләтенән, Башҡортостан Республикаһында йәшәйбеҙ.

- Балалар, аҫтына һыҙылған һүҙ тураһында нимә әйтергә була, ул ниндәй һүҙ?

- Ул ҡушма һүҙ була. Ул ике һүҙҙән тора: Урал һәм тау.

- Тимәк, бөгөн һеҙҙең алда ниндәй маҡсаттар тора?

II . Өй эштәрен тикшереү.

- Тыуған яҡтың ҡушма һүҙҙәрҙән торған тәбиғәт атамалары исемлеген яҙып килергә ине. Йәгеҙ, уҡып ишеттерәйек.

- Тыуған яғымдың тәбиғәт атамалары: Асылыкүл, Норатау, Берҡаҙан һаҙлығы, Йырбаҡан йырыны, Гөлбикә шишмәһе, Таштау, Өстүбә, Балҡантау.

III . Яңы тема менән таныштырыу.

- Балалар, бөгөн беҙҙә сәйәхәт дәресе. Алыҫ , яуаплы юлға – тыуған Башҡортостан буйлап сәйәхәткә сығабыҙ. Унда күп көс, белем, иғтибарлылыҡ, ныҡышмалылыҡ талап ителәсәк. Әҙерһегеҙме? Йә, улай булғас ҡуҙғалдыҡ!

Кем ярата сәйәхәтте,

Әйҙәгеҙ минең менән.

Мин алыҫта бер ерҙә

Тылсымлы урын беләм.

Юл үҙенең ыңғайына

Эйәртеп алып беҙҙе

“ Ҡушма һүҙҙәр” иленә

Килтереп тә еткерҙе.

- Әйҙәгеҙ, Башҡортостан ҡалаларына һәм райондарына барып ҡайтайыҡ.

- Улар нисек яҙылған һәм ни өсөн?

- Улар яңғыҙлыҡ исемдәр һәм тик баш хәрефтән яҙылалар.

- Таҡтала бирелгән исемдәр араһынан ҡушма һүҙҙәрҙе генә һайлап яҙығыҙ.

- Башҡортостанда мул һыулы күлдәр һәм йылғалар бик күп. Әйҙәгеҙ, йылғалар һәм күлдәр буйлап сәйәхәтте дауам итәйек.

- Ә хәҙер ҡобайыр аша Урал тауына сәйәхәт итәйек:

Ай Уралым, Уралым,

Сыңыр – сыңыр сыңраған

Йылҡыһы күп Уралтау.

Мөңөр – мөңөр мөңрәгән

Һыйыры күп Уралтау.

Һаба – һаба ҡымыҙы,

Ғыж – ғыж килгән ҡурайы,

Сың – сың килгән ҡумыҙы,

Йыр йырлатҡан Уралтау.

- Балалар, нимә ул ҡобайыр?

- Ҡобайыр – ул берәй нимәне данлау, маҡтау йыры.

- Уралтау нимәләргә бай?

- Уралтауҙа йылҡы, һыйыр күп. Тағы ла ҡурайы, ҡумыҙы, ҡымыҙы менән дан тота.

- Ҡобайырҙа ниндәй ҡушма һүҙҙәр осраны? Улар нисек яҙылған һәм ни өсөн?

- Ҡабатлау юлы менән яһалған ҡушма һүҙҙәр һыҙыҡса аша яҙыла.

- Ҡушма һүҙҙәр тағы ниндәй осраҡта һыҙыҡса аша яҙыла? 237 – се күнегеүгә таянып яуап бирегеҙ.

- Афарин, дөрөҫ. Ҡапма – ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәрҙән яһалған ҡушма һүҙҙәрҙә.

Мин ҡурайҙы яратам.

Улар hис тә талмайзар.

1) туҫтаҡ, сүмес, тәрилкә, ҡалаҡ, биҙрә, сынаяҡ, таба; (һауыт - һаба)

2) күлдәк, бүрек, яулыҡ, шәл, толоп; (кейем – һалым)

3) ат, һыйыр, һарыҡ, кәзә; (мал - тыуар)

4) ҡорот, эремсек, бауырһаҡ, һурпа, ҡымыҙ; (аш - һыу)

5) ҡыҙҙар, малайҙар, балалар ; ( бала - саға )

6) әбей, бабай, ҡарт ; ( ҡарт - ҡоро )

- Балалар, сәйәхәт итә торғас, арып – һыуһап бөткәнһегеҙҙер. Әйҙәгеҙ, ҡоҙоҡ һыуы эсеп алайыҡ. Һыу эсер өсөн ҡоҙоҡҡа силәкте дөрөҫ төшөрөргә кәрәк. Әгәр яңылышһағыҙ, ҡоҙоҡтан һыу алып булмай. Ниндәй силәкте алырһығыҙ?

- Ҡушма һүҙҙең беренсе һүҙе нәҙек булып, икенсе һүҙе я,ю хәрефтәренән башланһа, нәҙек айырыу билдәһе (ь) яҙыла. Ҡушма һүҙҙең беренсе һүҙе ҡалын булып, икенсе һүҙе я,ю хәрефтәренән башланһа, ҡалын айырыу билдәһе (ъ) яҙыла.

- Ошо ҡағиҙәгә таянып үҙ аллы 235 – се күнегеүҙе башҡарырға.

IV . Йомғаҡлау. Баһалау.

- Балалар, бөгөнгө дәрестә нимәләр белдек?

- Ҡушма һүҙҙәр, уларҙың яҙылышы, Башҡортостандың ҡала, район, йылға, күл исемдәрен ҡабатланыҡ.

V . Өй эше биреү.

- Беҙҙең Башҡортостаныбыҙ бик бай. Унда исемдәре ҡушма һүҙҙәрҙән торған үҫемлектәр, ҡоштар һәм хайуандар ҙа етерлек. Уларҙы өйҙә яҙып килегеҙ.

  • подготовка к ЕГЭ/ОГЭ и ВПР
  • по всем предметам 1-11 классов

Курс повышения квалификации

Дистанционное обучение как современный формат преподавания

  • Сейчас обучается 933 человека из 80 регионов


Курс повышения квалификации

Дислексия, дисграфия, дискалькулия у младших школьников: нейропсихологическая диагностика и коррекция

  • Курс добавлен 24.12.2021
  • Сейчас обучается 207 человек из 54 регионов


Курс повышения квалификации

Актуальные вопросы теории и методики преподавания в начальной школе в соответствии с ФГОС НОО

  • ЗП до 91 000 руб.
  • Гибкий график
  • Удаленная работа

Дистанционные курсы для педагогов

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

5 611 073 материала в базе

Самые массовые международные дистанционные

Школьные Инфоконкурсы 2022

Свидетельство и скидка на обучение каждому участнику

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

  • 15.03.2017 1359
  • DOCX 51.5 кбайт
  • 13 скачиваний
  • Рейтинг: 1 из 5
  • Оцените материал:

Настоящий материал опубликован пользователем Ахметзянова Гульсина Минзагитовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

Автор материала

40%

  • Подготовка к ЕГЭ/ОГЭ и ВПР
  • Для учеников 1-11 классов

Московский институт профессиональной
переподготовки и повышения
квалификации педагогов

Дистанционные курсы
для педагогов

663 курса от 690 рублей

Выбрать курс со скидкой

Выдаём документы
установленного образца!

Учителя о ЕГЭ: секреты успешной подготовки

Время чтения: 11 минут

Рособрнадзор предложил дать возможность детям из ДНР и ЛНР поступать в вузы без сдачи ЕГЭ

Время чтения: 1 минута

В Россию приехали 10 тысяч детей из Луганской и Донецкой Народных республик

Время чтения: 2 минуты

Онлайн-тренинг: нейрогимнастика для успешной учёбы и комфортной жизни

Время чтения: 2 минуты

Новые курсы: функциональная грамотность, ФГОС НОО, инклюзивное обучение и другие

Время чтения: 15 минут

Отчисленные за рубежом студенты смогут бесплатно учиться в России

Время чтения: 1 минута

Время чтения: 2 минуты

Подарочные сертификаты

Ответственность за разрешение любых спорных моментов, касающихся самих материалов и их содержания, берут на себя пользователи, разместившие материал на сайте. Однако администрация сайта готова оказать всяческую поддержку в решении любых вопросов, связанных с работой и содержанием сайта. Если Вы заметили, что на данном сайте незаконно используются материалы, сообщите об этом администрации сайта через форму обратной связи.

Все материалы, размещенные на сайте, созданы авторами сайта либо размещены пользователями сайта и представлены на сайте исключительно для ознакомления. Авторские права на материалы принадлежат их законным авторам. Частичное или полное копирование материалов сайта без письменного разрешения администрации сайта запрещено! Мнение администрации может не совпадать с точкой зрения авторов.

Предмет: Начальные классы
Категория материала: Конспекты
Класс: 3 класс
Автор: Бибакова Айсылу Зинуровна это Вы?
Тип материала: Документ Microsoft Word (doc)
Размер: 50.46 Kb

Полезно? Поделись с другими:

Если Вы являетесь автором этой работы и хотите отредактировать, либо удалить ее с сайта - свяжитесь, пожалуйста, с нами.

Посмотрите также:

Учебно-методические пособия и материалы для учителей, 2015-2022
Все материалы взяты из открытых источников сети Интернет. Все права принадлежат авторам материалов.
По вопросам работы сайта обращайтесь на почту [email protected]

воспитание у обучающихся интереса к изучению башкирского языка, любви к родной природе.

Демонстрационный материал : слайды со стихом, предложениями, фонетическими упражнениями; рисунками с изображениями деревьев; карточки с правилами, башкирский алфавит.

Активный словарь: имән, ағас, саған, ҡайын, йүкә, уҫаҡ, ҡарағай, ерек, серәкәй, ҡамҡа, ҡуңыҙ, күбәләк, сиңерткә, иңкеш, ҡырмыҫҡа.

Грамматические понятия: хәҙерге заман ҡылым.

Типичные предложения: Башҡортостанда имән, ҡайын, …… үҫә. Урманда ләлә, умырзая, ….. үҫә. Башҡортостанда Ағиҙел, Стәрле, Ашҡаҙар, …. йылғалары аға.

I. Организационный момент.

- Һаумыһығыҙ! Башҡорт теле дәресен башлайбыҙ. Здравствуйте, начинаем урок башкирского языка. Приготовьте к уроку учебники, тетрад, словарь.

1.Ознакомление учащихся с планом урока

Сегодня на уроке : (Слайд 1)

Будем читать. (Уҡыйбыҙ). Будем писать. (Яҙабыҙ) Будем работать по схеме. (Схема буйынса эшләйбеҙ)Узнаем новые слова. (Яңы һүҙҙәр өйрәнәбеҙ) Будем составлять предложения. (Һөйләмдәр төҙөйбөҙ) II. Ответьте на вопросы:

Бөгөн нисәнсе число?Аҙна көнө ниндәй?Әле ниндәй миҙгел?Бөгөн кем дежур?Дәрестә кем юҡ?Повторение пройденного материала. (Слайд 2)Шамилдың тыуған көнөндә

Беҙ бешерҙек аҡ ҡалас.

Бына шундай ул бейек,

Бына шундай тәпәшәк,

Бына шундай киңлектә,

Бына шундай тарлыҡта,

Аҡ ҡалас, аҡ ҡалас,

Теләгәнеңде ал да ҡас!

1.Фонетические упражнения. (Слайд 3)

2.Дыхательная гимнастика “Раздуй снежинки”. (Слайд 4)

IV.Усвоение и активизация новых слов в лексике.

Ағас, йылға, бөжәк, сәскә, урман, тау, йәнлектәр.

- Запишите в тетраде сегодняшнее число и тему урока.

V.Объяснение новой темы.

- Тема сегодняшнего нашего урока: “Природа. Тәбиғәт” (Слайд 5)

Бөгөнгө дәрестең темаһы “Тәбиғәт”.

2. Чтение стихотворениия на стр. 80. (Слайд 6)

Уралып ятҡан Уралда

Болот кеүек тауҙар бар,

Айыу, төлкө, бүреһе…

Теләгән бер януар бар.

Сөйәм тиһәң, щоңҡар бар,

Менәм тиһәң, толпар бар,

Тәрән-тәрән күле бар,

Борма-борма юлы бар.

- Найдите из стихотворения названия диких животных (айыу, төлкө, бүреһе). (Слайд 7)

- Переведите на русский язык (медведь, лиса, волк).

- Найдите из стихотворения географические названия (тауҙар, күл).

- Переведите на русский язык (гора, озеро).

VII. Чтение текста на стр. 80. (Слайд 9)

Работа по схеме: что такое природа? (Слайд 10)

Запишите их в тетраде. (Записывают все слова, которые обозначают “Природу”.Мы узнали, как по-башкирски называются слова по теме “Природа”.

VIII. Выполнение упражнения 3 на стр.81. (Слайд 11)

Посмотрите, это карта Башкортостана. А теперь мы узнаем какие реки есть у нас в республике, а так же о деревьях, насекомых и цветах. Реки (Слайд 12)Деревья (Слайд 13)Насекомые (Слайд 14)Цветы (Слайд 15)IX. Закрепление новых слов. Составление и перевод предложений.

Проверим, как вы запомнили новые слова. Письмо предложений: Башҡортостанда имән, ҡайын, …… үҫә. Урманда ләлә, умырзая, ….. үҫә. Башҡортостанда Ағиҙел, Стәрле, Ашҡаҙар, …. йылғалары аға.

X.Объяснение домашней работы.

Дома: научиться читать выразительно. Выучить слова в тетрадях.

Рефлексия.Чт́о мы д́елали сегодня на ур́оке?

Чит́али. (Уҡын́ыҡ).Пис́али. (Яҙҙ́ыҡ).Отгадывали загадки. (Йомаҡт́ар сист́ек).Узн́али н́овые слов́а. (Яңы һүҙҙ́әр өйрәнд́ек).Составл́яли предлож́ения. (Һөйләмд́әр төҙөн́өк).

Выставление оценок.Дәрес тамам. Һау булығыҙ!

Полезно? Поделись с другими:

Если Вы являетесь автором этой работы и хотите отредактировать, либо удалить ее с сайта - свяжитесь, пожалуйста, с нами.

Посмотрите также:

Учебно-методические пособия и материалы для учителей, 2015-2022
Все материалы взяты из открытых источников сети Интернет. Все права принадлежат авторам материалов.
По вопросам работы сайта обращайтесь на почту [email protected]

Читайте также: