Оло эйек буйында краткое содержание на русском

Обновлено: 07.07.2024

Вы можете добавить книгу в избранное после того, как авторизуетесь на портале. Если у вас еще нет учетной записи, то зарегистрируйтесь.

Ссылка скопирована в буфер обмена

Вы запросили доступ к охраняемому произведению.

Это издание охраняется авторским правом. Доступ к нему может быть предоставлен в помещении библиотек — участников НЭБ, имеющих электронный читальный зал НЭБ (ЭЧЗ).

Если вы являетесь правообладателем этого документа, сообщите нам об этом. Заполните форму.

  • Для учеников 1-11 классов и дошкольников
  • Бесплатные сертификаты учителям и участникам

Авторы: Туймазы ҡалаһы МБДББУ-һы 7-се УДББ мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәсәнова Зөләлә Әнәс ҡыҙы

Зәйнәб Биишеваның “Оло Эйек буйында” романында тел- һүрәтләү сараларының идея- эстетик функцияһы

Әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлағанда уларҙың идея- тематик йөкмәткеһен, образдарын тикшереү менән бергә, тел- һүрәтләү сараларының шул йөкмәткене асыуҙағы ролен күрһәтергә кәрәк. “Һүрәтләү саралары тип телдең, бигерәк тә поэтик телмәрҙең, әҙәби әҫәр йөкмәткеһен образлы итеп асыусы конкрет алымдарын атайҙар” 1 . Әҙәбиәт ғилемендә образлылыҡ тыуҙырыусы троптарға сағыштырыу, эпитет, метафора кеүек сараларҙы индерәләр. Уларҙы белеү һәм өйрәнеү әҫәрҙең идея- тематик йөкмәткеһен тәрәнерәк аңларға ярҙам итә, телмәрҙе байыта.

Һүрәтләү сараларының әҙәби әҫәрҙәге ролен сағыштырыу миҫалында ҡарайыҡ.

З.Биишеваның “Оло Эйек буйында” романы сағыштырыуҙарға бик бай. Романдаң беренсе һөйләмендә үк сағыштырыуға тап булаһың: “Июль айының ҡурмас кеүек ҡурылған ҡыҙыу көндәре.” Көндөң ысынлап та бик ҡыҙыу булғанын башҡаса бер аңлатыу ҙа талап ителмәй. Бөтәһе лә аңлашыла. Тыуған илгә, йәшәгән төбәккә оло мөхәббәт хисен, уның матурлығы, тәбиғи байлығы менән һоҡланыу һәм ғорурланыу тойғоһон образлы итеп биреүҙә лә романда ҡулланылған сағыштырыуҙар төп ролде үтәйҙәр. Тыуған яҡ тәбиғәтен тасуирлағанда яҙыусыбыҙ З. Абдулла ҡыҙы Биишева сағыштырыуҙарҙы бик тә урынлы һәм оҫта итеп ҡуллана. Миҫал итеп түбәндәге сағыштырыуҙарҙы килтерергә була: Урал тәбиғәте ҡырыҫ ҡылыҡлы ҡатын кеүек; Оло Эйек буйының яңы һауған һөт шикелле йылы, йомшаҡ һауаһы; тау йылғаһы шикелле; тау юлы сыбар йылан шикелле; дебет шәл бәйләгәндәге кеүек; уҡ шикелле төҙ; ат юғалырҙай ҡуйы, һутлы үлән; ҡаулы шикелле үр һ.б.

Төп образдарҙың береһе булған Закирҙың тыуған яҡтарын уйлап, һағынып иҫкә алғанды ла яҙыусы сағыштырыуҙар ярҙамында бирә: “Оло Эйек буйының яңы бешкән икмәк шикелле йомшаҡ, йылы, хуш еҫле йәйге кистәре тағы ла яҡыныраҡ, һөйкөмлөрәк күренә башланы. ”. Закир образын асҡанда түбәндәге сағыштырыуҙарға тап булдыҡ: сығынсы ат һымаҡ; сүл ғәрәбе шикелле; Хаммат ағаһы шикелле; башҡалар шикелле; малай саҡтағыса; элгәре саҡтағы кеүек; ирҙәрсә ауыр; атаңдың нигеҙенә ҡот индереп. тигәндәй; тау йылғаһы шикелле; бала шикелле ышанып; һаламға тотонған кеше шикелле; тере кеүектәр ине шикелле; тау бөркөтө кеүек ғорур; ҡасаҡ кеүек; айраның ҡымыҙ кеүек, үҙең ҡыҙ кеүек; еңгәһен дә күрмәгән һымаҡ (еңгәһенә шулай өндәшә); бала шикелле ҡосаҡлап; ишкәксеһен юғалтҡан кәмә шикелле (Закирҙың Граждандар һуғышы барғанда ҡайһы яҡты яҡлап һуғышырға икеләнеүҙәрен бер сағыштырыу аша ла бирә алған З.Биишева); һаташҡан кеше шикелле; ут дүңгәләге эсендә ҡалған кеҫәртке шикелле; һинең кеүек матур егеттәрҙе яраталар; тауҙай ауыр ғәйеп; алыҫтан ярһып сабып килгән арғымаҡ шикелле; ауыр йөк тартып килеп туҡтаған эш аты һымаҡ; һинең кеүек егеттәр үтәмәҫтәй эш; әкиәттәге кеүек; ата бесәй кеүек; күҙен йәшерергә ашыҡҡандай һ.б.

Гөлйыһан образын асҡанда ҡулланылған сағыштырыуҙар: сәскә кеүек көйөнә, берәй итек башындай егеттең һоратыуын көтөп ғүмер итеү; алма кеүек ҡыҙын шундай зимакка бирергә; сейә кеүек бешеп еткән был Гөлйыһан; Гөлйыһан сихырланған кеүек; ҡалын ҡара ҡаштарының күбәләк шикелле тертләп осоп китеүе; фәрештә кеүек ҡыҙ һ.б.

Емеш образын асыуҙа түбәндәге сағыштырыуҙарҙың роле ҙур: Емеш ағаһының күҙ бәбәктәрендә ҡара ҡурғаш кеүек ауыр йәш тамсыһы күреп ҡалғандай булды; “минең шикелле атайым, әсәйемде һағыналыр; “Иштуған ағайым әйткән оло өмөттәр беҙҙең кеүектәр өсөн түгелдер. ; Емеште үҙ балаһы кеүек яратып ҡараһын; ҡараһыу- зәңгәр күк диңгеҙендә йөҙөп киткән һымаҡ һ.б.

Хаммат образын асҡанда оҡшашлыҡ нигеҙендә тыуған сағыштырыуҙар киң ҡулланылған. Мәҫәлән: бүре ҡыуған һунарсы кеүек; яралы йөрәге диңгеҙ тулҡындары шикелле; йөҙө һәр саҡ айҙай балҡып торҙо; бала шикелле иркәләп һ.б.

Байрас образын асыуға булышлыҡ иткән сағыштырыуҙар түбәндәгеләр: өркөтөлгән турғай балаһы шикелле; командирҙың бойороғон үтәргә ашыҡҡан һалдат шикелле; атаһы шикелле. ; ҡайғы ҡуржының тулмаҫтай булды; алдан һөйләшеп аңлашып ҡуйған һымаҡ; өлкәндәр шикелле һ.б.

Алешка образына ҡараған сағыштырыуҙар ҙа иғтибар ситенән ҡалмай. Яҙыусы был образды тасуирлағанда ошондай сағыштырыуҙар ҡулланған: ҡаҙыҡ кеүек төҙ, нәҙек ботло; ҡыҙҙар шикелле алһыу йөҙлө йәш егет; яҙғы күк кеүек тыныс зәңгәр күҙҙәре.

Сәғит образына ҡараған сағыштырыуҙар: кеҫәртке шикелле; шымсы шикелле; егеттең күңеле осар ҡоштай һ.б.

Кире образдарҙы асыуҙа ла сағыштырыуҙарҙың роле ҙур. Миҫал итеп Әхмәтшаны ҡуҙға баҫҡан бесәй менән сағыштыра. Аҡтар офицеры бәйҙәге эт менән сағыштырыла, уның күҙҙәре “ҡырағай” башҡорттоң ҡайын ҡуҙы шикелле тип әйтелә.

Кире образдарҙың ҡорбаны булған Шәмсиә аҡҡош менән сағыштырыла.

Яҙыусы үҙенең әҫәрендә Тимербай образын төрлө сағыштырыуҙар аша бик оҫта итеп аса: сабый бала кеүек бер ҡатлы; ҡоростай саф күңел; сәсән әсәһе Ҡарасәс инәй шикелле; һуғышырға йыйынған әтәс шикелле; һаташыулы төш кеүек; дауыл шикелле һ.б. Емештең ағаһы Иштуған Тимербай каторгага ебәрелгәс үҙен ҡанаты һынған ҡарсыға кеүек итеп хис итә.

Бибештең ире ҡулға алынғас уның уй-кисерештәре лә сағыштырыуҙар аша бирелгән. Мәҫәлән: Һөйөндөгөн дә күрмәгән һымаҡ, күләгә шикелле.

Ауыл ҡарттарын яҙыусы йәшел ҡарышлауыҡтар менән сағыштыра.

Ҡыҙыл Армия “сапсын ат кеүек”, “ҡырмыҫҡа кеүек; “яҙғы ташҡын шикелле”; “дауыл осорғандай” кеүек сағыштырыуҙар аша тасуирлана.

Шулай итеп, “образлылыҡтың иң ябай, шуның менән бергә иң универсаль алымы” 1 булған сағыштырыуҙар Зәйнәб Биишеваның “Оло Эйек буйында” әҫәрендә йыш ҡулланылған һүрәтләү сараларынан һанала. Улар романдың телмәрен матурлай, фекерҙе мәғәнәле яһай, романдағы бирелгән образдарҙы асыуға булышлыҡ итә.

Шул рәүешле троптарҙың әҙәби әҫәрҙәге функцияһын асыу һәм уҡыусы телмәрендә ҡулланырға өйрәтеү һәр яҙыусының, һәр шағирҙың төп бурысы булып ҡала бирә.

Башҡорт теле. Юғары уҡыу йорттарының филология факультеты студенттары өсөн дәреслек/ Абдуллина Г.Р. Вәлиева Г.Д., Ишбаев К.Ғ. һ.б.- Өфө: Китап, 2012.- 616 бит.

Биишева Зәйнәб. Оло Эйек буйында. Роман.- Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.- 288 бит.

Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт дәрестәрендә яҙма эштәр үткәреү. Башҡортостан китап нәшриәте, Өфө- 1984.

Әхмәтйәнов К. Һүрәтләү саралары һәм уларҙы өйрәнеү юлдары. “Башҡортостан уҡытыусыһы”, 1967, №7, 39-сы бит.

1 Әхмәтйәнов К. Һүрәтләү саралары һәм уларҙы өйрәнеү юлдары. “Башҡортостан уҡытыусыһы”, 1967, №7, 39-сы бит.

Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева Күгәрсен районы Туйембәт ауылында ярлы
крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Һәләтле ҡыҙ Ырымбур педагогия техникумында
белем алған. Бына шул замандан башлап, Зәйнәб Биишева студент, уҡытыусы,
гәзиттә әҙәби хеҙмәткәр, һөнәри яҙыусы эштәрен башҡара. Зәйнәб
Биишева – күп яҡлы яҙыусы. Ул беҙгә “Яҡтыға” трилогияһы, йәғни
“Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”, “Емеш” романдары авторы булараҡ
билдәле. Ижади хеҙмәттәре өсөн Зәйнәб Биишеваға Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исем
бирелә. Ул 1996 йылда вафат була. (“Әсә теле” дәреслегенән) .

3. Прочитайте и переведите текст. Что обозначают выделенные слова? Башҡортостанда
иң ҙур йылға - Ағиҙел. Ул Урал тауҙарында башлана. Ағиҙел буйында
бик күп ҡалалар һәм ауылдар урынлашҡан. Улар араһында Белорет, Мәләүез,
Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Байназар, Ырғыҙлы, Иҫке Собханғол,
Иштуған, Йомағужа, Ялсы, Табын ауылдары бар. Өфө ҡалаһы ла Ағиҙел ярында һалынған. Өфө эргәһендә Ағиҙелгә Ҡариҙел йылғаһы ҡоя. 4. Сгруппируйте названия рек, деревень, городов: Йылғалар: … Ауылдар: … Ҡалалар: …

Читайте также: