Башкорт халык йолалары конспект

Обновлено: 06.07.2024

Презентация на тему Презентация по башкирскому языку на тему Йолалар, предмет презентации: Разное. Этот материал в формате pptx (PowerPoint) содержит 5 слайдов, для просмотра воспользуйтесь проигрывателем. Презентацию на заданную тему можно скачать внизу страницы, поделившись ссылкой в социальных сетях! Презентации взяты из открытого доступа или загружены их авторами, администрация сайта не отвечает за достоверность информации в них, все права принадлежат авторам презентаций и могут быть удалены по их требованию.

Балалар баҡсаһында байрам иртәлектәренә сценарийҙар

Балалар өсөн башҡорт телендә йырҙар

Балалар баҡсаһында башҡорт төркөмөндә эшләүсе музыкаль етәкселәр,әйҙәгеҙ уҙебеҙҙең байрам сценарийҙары менән бүлешеп,бер-беребеҙгә ярҙам итәйек.башҡортса сценарийҙар табыуы еңелдән түгел икәнен һәр-беребеҙ беләбеҙ.

Ильгиза Алсынова

ә мин үҙ сиратымда татар телендә тапҡан ҡоштар байрамы сценарий менән бүлешәм.

Оценить 4450 0

Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль районының муниципаль автономиялы Дөйөм белем биреү учреждениеһы Аҡъяр ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе филиалы

Сәғит ауылының Башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе

(фольклор байрамына арналған кисә сценарийы)

Уҡытыусы Абдуллина С. З.

башланғыс кластар уҡытыусыһы

Маҡсат: халыҡ йолалары, байрамдары менән таныштырыу, башҡорт халыҡ уйындарына, шаян йырҙарына, таҡмаҡтарға ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тойғоһо уятыу, көйҙө дөрөҫ итеп башҡарырға өйрәтеү, телмәр үҫтереү.

Йыһазландырыу: сәскәләр, ноутбук, ҡалаҡтар, ҡатыҡлы табаҡ.

Ҡатнашалар: ҡыҙҙар, малайҙар, әбейҙәр.

Байрам барышы:

Музыка яңғырай. Болонға ҡыҙҙар инә.

1-се ҡыҙ. Аҡ сәскәләр, күк сәскәләр,

Күп сәскәләр яланда.

2-се ҡыҙ. Беҙ исемен белмәй торған

сәскәләр ҙә күп бында.

3-сө ҡыҙ. Кем буяған, нисек улар

күп төрлө төҫкә кергән!

4-се ҡыҙ. Яҙғы миләүшә сәскәһен

танып була күҙенән.

5-се ҡыҙ. Бына быныһы ынйы сәскә,

хуш еҫ аңҡый үҙенән.

6-сы ҡыҙ. Ҡалай матур сәскәләр!

1-се ҡыҙ. Ялан хуш еҫкә күмелгән!

2-се ҡыҙ. Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, иртәгә ошо болонға ҡатыҡ тәмләшергә киләйек!

3-се ҡыҙ. Минең ҡатығым юҡ.

4-се ҡыҙ. Беҙгә кил, беҙҙең ҡатыҡ күп, өләсәйем бирер.

5-се ҡыҙ. Беҙ күстәнәс тоторбоҙ,

Яңы йырҙар оторбоҙ.

6-сы ҡыҙ. Ҡатыҡ етер һәр кешегә,

Иреп юғалыр телдә.

1-се ҡыҙ. Ҡайһы ергә сығайыҡ?

2-се ҡыҙ. Айғыр тауға сығайыҡ. Барабыҙға ла яҡыныраҡ булыр.

3-сө ҡыҙ. Балитәкле күлдәк кейәйек,

тәңкәләрҙе камзулға теҙәйек.

4-се ҡыҙ. Таҫмалар – сәстә,

5-се ҡыҙ. Беләҙек, йөҙөк, муйынсаҡтар ҙа онотолмаһын!

6-сы ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, киттек! Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!

Ҡыҙҙар сығалар. Малайҙар инә.

1-се малай. Малайҙар, иртәгә ҡыҙҙар ҡатыҡ тәмләшергә сығалар.

2-се малай. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә киләйек!

3-сө малай. Мин дә ҡалмайым. Мин дә сығам.

4-се малай. Әйҙәгеҙ.

Алып барыусы. Ҡатыҡ тәмләшеү – бер урам ҡыҙҙарының байрамы. Ул яландар сәскәләргә күмелеп, һыйырҙың һөтө тәмләнгәс, үткәрелгән. Уйында бер нисә оло кеше ҡатнаша торған булған. Ҡыҙҙар, киске уйын ваҡытында һөйләшеп, вәғәҙә бирешкәндәр. Байрамға егеттәр ҙә килгән.

Күңелле музыка. Болонға шаулашып ҡыҙҙар инә, күлдәктәрен өйөрөлөп күрһәтәләр. Бейешеп әйләнгәндә малайҙар килеп инә.

1-се малай. Ҡыҙҙар, беҙ һеҙҙең менән уйнайыҡ әле?

1-се ҡыҙ. Эй был малайҙар! Бер үҙҙәре генә уйнай алмайҙар!

2-се малай. Уйнайыҡ инде һеҙҙең менән?

2-се ҡыҙ. Сәстән тартмаһағыҙ.

3-сө ҡыҙ. Хәрәмләшмәһәгеҙ.

4-се малай. Ҡайҙа инде!

“ Аҡ тирәк, күк тирәк” уйыны

4-се ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, малайҙар таҡмаҡ әйтешеп алайыҡ.

Эй малайҙар, малайҙар!

Бәләкәй генә малайҙар.

Ҡатыҡ ашап үҫегеҙ,

Артһын һеҙҙең көсөгөҙ.

Малайҙар. (ҡулдарында ҡалаҡтар)

Батыр булып үҫербеҙ,

Киң булһын күңелегеҙ.

Ах, ниндәй малайҙар тиеп,

Ҡыҙыр әле күҙегеҙ!

Ҡыҙҙар. Эй малайҙар, малайҙар!

Ҡатыҡтарын ашап бөткәс,

Табаҡ төбөн ялайҙар.

Малайҙар. Әле ҡатыҡ ҡапманыҡ,

Ҡатыҡта ҡаймаҡ тапманыҡ.

Әсе ҡатыҡ ашап булмай,

Алып барыусы. Ҡайһылай оҫта йырлайҙар! Малайҙар шаяныраҡ булып сыҡты. Ҡатыҡтары юҡ, ә ҡалаҡ алырға онотмағандар. Ярай, хәҙер һеҙгә ҡыҙҙар ҡатыҡ әҙерләп тәмләттерерҙәр, ултырып тороғоҙ.

Ҡыҙҙарҙың ҡулында сеүәтә. Бейейҙәр.

Бергә. Ҡулыбыҙҙа сеүәтә,

Бөтәбеҙ таҡмаҡ әйтә.

Тәмле ҡатыҡ йырлата,

Йырлата ла бейетә.

1-се ҡыҙ. Ҡатыҡ ашап ҙурайҙым,

Тулған айҙай түңәрәк.

Йыр “Айҙар ғынайым”

2-се ҡыҙ. Һөйөнсө, һөйөнсө!

1-се малай. Һөйөнсөгә ҡолағың!

1-се ҡыҙ. Һөйөнсө! Һөйөнсө!

1-се малай. Ауыҙыңа бал да май!

1-се ҡыҙ. Килде таҡмаҡсы әбей,

Таҡмаҡ әйтә лә бейей.

Уның әйткән таҡмағына

Беҙҙең күңелдәр ирей.

Табаҡ тотоп 3 әбей инә. Бейейҙәр

1-се әбей. Ҡыҙҙар ҡатыҡ тәмләшә тигәс, килдек әле. Борон заманда беҙҙең өләсәйҙәр беҙгә ҡуйылтмаҡ яһап ялата торғайны (бармағы менән табаҡ төбөн һыпырып ялай. Ҡыҙҙар менән малайҙар уға эйәрә).

2-се әбей. Тәмлеме?

Малайҙар. Тәмле, тәмле, тәмлекәс!

Ҡыҙҙар. Инәй, уны нисек эшләйҙәр?

5-се ҡыҙ. Ә мин беләм, уны өләсәйем ялата.

1-се әбей. Тәүҙә ҡорот әҙерләргә кәрәк. Ҡоротто нисек ҡуйырға өйрәтәйемме?

Ҡатыҡ ҡойҙом ҡаҙанға,

Ҡатыҡҡа ике аҙна.

Эркет ҡайнай ҡаҙанда,

Эркет ҡайнаны урғып,

Һөҙҙөм иләкте алып.

Ултырҙы ул тонғансы,

Тағы бер кис ҡунғансы.

Тап-таҙа тоҡҡа ҡойҙом,

Баш түбән аҫып ҡуйҙым.

Эркет һыуҙары аҡты,

Аҡ ташты һалдым тағы.

Тоҡто асһам, ап-аҡ ҡорот,

Услап-услап уны тот.

Юҡ икән тоҙо, кәрәк,

Тоҙһоҙ сөсө бигерәк.

3-сө әбей. Ҡорот йомарлаған саҡта табаҡ төбөнә йәш ҡорот ҡалдырып, һөт ҡойоп ҡуяһың.

2-се әбей. Уны тәмле булһын тиһәң,

Яңы һөттө ҡояһың.

Ҡаймаҡ ҡушһаң, бигерәк шәп,

Их, ялап бер туяһың.

1-се әбей. Бына, балалар, ҡуйылтмаҡ шулай яһала.

2-се әбей. Был матур йоланы онотмай, уйнап йөрөүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, балалар.

1-се ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, хәҙер бер аҙ уйнап алайыҡ.

Бергә. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!

“ Йөҙөк һалыш” уйыны.

У вас недостаточно прав для добавления комментариев
Чтобы оставлять комментарии, вам необходимо авторизоваться.
Если у вас еще нет учетной записи на нашем сайте, предлагаем зарегистрироваться.
Это займет не более 5 минут.

Для скачивания материалов с сайта необходимо авторизоваться на сайте (войти под своим логином и паролем)

Если Вы не регистрировались ранее, Вы можете зарегистрироваться.
После авторизации/регистрации на сайте Вы сможете скачивать необходимый в работе материал.

Заказать рецензию на методическую разработку
можно здесь

Пройдите курс дополнительного образования по теме: Оказание первой помощи в образовательных учреждениях

Оказание первой помощи в образовательных учреждениях Пройти обучение

Диплом за отличное владение и эффективное применение современных педагогических методик в условиях реализации ФГОС

Благодарность руководству образовательного учреждения за поддержку и развитие профессионального потенциала педагогического работника

  • Свидетельство о регистрации средства массовой информации ЭЛ № ФС 77 — 58841 от 28 июля 2014 года выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационный технологий и массовых коммуникации (Роскомнадзор).
  • Лицензия на осуществление образовательной деятельности № 4276 от 19.11.2020 года. Серия 78 ЛО № 0000171 Выдана Комитетом по образованию Правительства Санкт-Петербурга
  • В соответствии с Федеральной целевой программой развития системы образования на 2011–2015 гг. и проектом концепции федеральной целевой программы развития образования на 2016–2020 гг.

Балалар баҡсаһында этник мәҙәниәт эшмәкәрлек



Башҡорт телен белеүсе педагогтар составы / Педагогический состав со знанием башкирского языка

Балалар баҡсаһының төп белем биреү программаһы

Основная образовательная программа д ошкольной образовательной организации (ООП ДО)


Белем биреү программаһының фәнни-методик тәьминәте

Научно-методическое сопровождение ООП ДО


Телмәр үҫтереү

  • Әкиәттәр һөйләргә өйрәтеүҙә ПРОПП карталары
  • Сериялы һүрәттә аша телмәр үҫтереү
  • Телмәр үҫтереүҙә мнемотехника


Художестволы эстетик үҫеш

  • Балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүҙә инновациялы технологиялар ҡулланыу
  • Ижади һәләт үҫтереү.
  • Иртә йәштәге балалар менән художестволы ижад эшмәкәрлеге ойоштороу үҙенсәлектәре.
  • Кескәйҙәрҙе һүрәтләргә өйрәтеү буйынса педагогик эш йөкмәткеһе.
  • ХУДОЖЕСТВОЛЫ - ЭСТЕТИК ҮҪЕШ ӨЛКӘҺЕ БУЙЫНСА ТЕХНОЛОГИЯЛАР.


Танып белеү үҫеше

  • Консультация Балаларҙың эҙләнеү- тикшеренеү эшмәкәрлеген ойоштороу.
  • Консультаця экологик тәрбиә биреү формалары һәм алымдары.
  • Мәктәпкәсә йәштәге балаларға экологик белем биреү.
  • Проект эшмәкәрлеге этаптары һәм проект әҙерләү алгоритмы.
  • Создание условй для экспериментальной деятельност дошкольников.
  • Сценарий_экологич._праздника.


Балалар баҡсаһының комплекслы - тематик планы

Календарно-тематическое планирование содержания ООП ДО


"Ҡурай" балалар баҡсаһының комплекслы-тематик эш планы

Педагогтарҙың публикацияларына һылтанмалар

Активные ссылки на публикации


Педагогтарҙың публикацияларына һылтанмалар

Читайте также: